Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЙЫЛ”, халыҡ йыры

Просмотров: 1491

“УЙЫЛ”, башҡ. халыҡ йыры, оҙон көй. Йырҙың көйөн тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. И.В.Салтыков яҙып ала, “Башҡорт көйҙәре” (“Башкирские мелодии”; “Йыйынтыҡ №2” исеме м‑н билдәле; ӨДСИ‑нең фольклор кабинетында һаҡлана) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән, тексын Ә.И.Харисов 1946 й. БАССР‑ҙың Илеш р‑нында Ш.Ш.Шәрифуллиндан яҙып алған һәм “Башҡорт халҡ ижады” (1‑се том, 1954) китабында баҫтырған. Варианттарын Б.С.Байымов, Ф.А.Нәҙершина, С.Р.Сәлмәнов, Л.Ҡ.Сәлмә- нова, Р.З.Шәкүр яҙып ала. Лирик‑эпик характерҙағы йыр. “У.” башҡорттарҙың Ырымбур сик һыҙығында хәрби хеҙмәтенә бәйле ижад ителгән.

Текста башҡ. һалдаттарының тыуған илен һағыныуы кәүҙәләндерелгән. Көйөнә киң диапазон (дуодецима), бай орнаментика хас. Көйҙөң баҫҡыстар буйлап талғын хәрәкте йырҙың йөкмәткеһендәге уйсанлыҡ һәм сараһыҙлыҡ тойғоһон көсәйтә. Башҡарыусылар араһында С.Ә.Абдуллин, А.М.Айытҡолов, Ф.Ф.Гәрәев, Р.Ф.Йәнбәков, З.Ғ.Мәхмүтов, Ғ.З.Сәфәрғәлин, “Мәсем таш” ансамбле. Йырҙы А.Х.Ғабдрахманов тауыш һәм фп., хор (a cappella) өсөн эшкәрткән. Л.Н.Лебединский 1937 й. БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ибрай а. Ш.Ҡолмөхәмәтованан яҙып алған “Ленин тураһында” йырҙа “У.” үҙгәртелгән көйө ҡулланылған. “У.” йырының “Өй артында тал үҫтерҙең” исемле варианты “Башҡорт халыҡ йырҙары” (“Башкирские народные песни”; Лебединский төҙөгән “Йыйынтыҡ №6” исеме м‑н билдәле; ӨДСИ‑нең фольклор кабинетында һаҡлана) ҡулъяҙма йыйынтығына индерелгән.

Әҙәб.: Н ә ҙ е р ш и н а Ф.А. Рухи хазиналар. Өфө, 1992; Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 1‑се китап. Өфө, 1974; Башкирские народные протяжные песни /сост. Л.К.Сальманова. Уфа, 2007.

Г.С.Хәмитова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.08.2023