Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УСМАНОВТАР

Просмотров: 866

УСМАНОВТАР, сауҙагәрҙәр. Ғәйфулла Ғәлиулла улы У. (1856—?). Стәрлетамаҡ ҡ. тирмәне, мануфактура магазины, ҡунаҡханаһы, 3 йорто булған. 1898—1914 йй. Стәрлетамаҡ ҡала думаһы һәм өйәҙ земство йыйылышы гласныйы; Ғәбиҙулла Ғәлиулла улы У. Өфөлә “Усмановтар һәм К°” сауҙа йортон төҙөгән, һабын ҡайнатыу з‑ды, Үрге Сауҙа майҙанында 2 ҡатлы магазин тотҡан. 1912 й. уның Өфөләге мөлкәте 39 мең һумға баһаланған. Ағаһы Ғәтиәтулла Ғәлиулла улы У. м‑н бергә Стәрлетамаҡта һәм Стәрлетамаҡ өйәҙендә торлаҡ йорттарға хужа булған, мануфактура, бакалея һәм кондитер изделиелары м‑н сауҙа иткән. У. хәйриә м‑н шөғөлләнгән. 1920 йй. У. нәҫеленең күп вәкилдәре репрессияланған, мөлкәте тартып алынған.

И.В.Денисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019