Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАДИЦИОН БИҘӘҮЕСТӘР

Просмотров: 1834

ТРАДИЦИОН БИҘӘҮЕСТӘР, байрам, йола ваҡытында һәм көндәлек тормошта төҫ-башты биҙәү өсөн ҡулланылған әйберҙәр. Башҡорттарҙа шулай уҡ бетеү (ҡара: Һаҡлағыс), ырыубилдәһе булған, ғаиләнең соц. һәм мөлкәт статусын күрһәткән. Ҡатын-ҡыҙҙың Т.б. түш биҙәүестәренән, сәс биҙәүестәренән, маңлай биҙәүестәренән, беләҙек, ҡаптырма, һырға, сулпы, йөҙөк, балдаҡтарҙан (ш. иҫ. сыңлап торған тәңкәлеләре лә булған) торған. Биҙәүестәр ш. уҡ баш кейем, ҡашмау, ҡушъяулыҡ, таҫтарҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө иҫәпләнгән. Ирҙәр биҙәкле айыл беркетелгән, ҡаптырмалы бил ҡайыштары (ҡара: Ҡәмәр), ҡайһы бер осраҡта йөҙөк таҡҡан. Т.б. башлыса көмөштән яһағандар, мәрйен, тәңкә м‑н биҙәгәндәр, аҡыҡ, фирүзә, мәрүәт пластинкалар, ваҡ ҡабырсаҡ, алтынһыу һәм һоро гәрәбә, сәйлән, ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр шымартылған быяла ҡаш ҡуйғандар. Биҙәүестәрҙе һырлап, сүкеп (һирәгерәк ҡарайтып, семәр баҫып), төньяҡ райондарҙа семәрләп эшләгәндәр. Урында эшләнгән әйберҙәрҙән башҡа, башҡорттарҙа Ҡазан губернаһында яһалған, һирәгерәк Урта Азиянан һәм Кавказдан килтерелгән биҙәүестәр ҙә таралған. Т.б. башҡорт кейеменең төбәк үҙенсәлектәре асыҡ сағыла.

 

 

 

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019