Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ

Просмотров: 913

ТУЙМАЗЫ ИНДУСТРИАЛЬ ТЕХНИКУМЫ, 1962 й. Өфө индустриаль техникумы (ҡара: Һөнәрселек‑педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1964 й. алып киске быяла-керамика техникумы, 1966 й. — киске индустриаль техникум, 1993 й. хәҙ. исемен ала. 1989—99 йй. БР‑ҙың Благовещен ҡалаһында Т.и.т. филиалы эшләй (ҡара: Благовещен сәнәғәт-гуманитар техникумы). Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә сәнәғәт ҡорамалдарын монтажлау һәм техник эксплуатациялау, иретеп йәбештереү производствоһы, машиналар эшләү технологияһы, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 3 компьютер класы, китапханаһы, слесарлыҡ, иретеп йәбештереү һәм механика оҫтаханалары бар. 4,3 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2009).

Е.Н.Сарычева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: