ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ
439
ТУЙМАЗЫ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1990 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһының (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы) филиалы булараҡ асыла, 1995 й. алып пед. уч‑щеһы, 2002 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, сит телдәр, информатика, матем., башланғыс кластарҙа уҡытыу, туған тел һәм әҙәбиәт, технология, физик культура һөнәрҙәре б‑са алып барыла. 3 компьютер класы, китапханаһы, 2 спорт, тамаша һәм уҡыу залдары, ағас эше һәм слесарлыҡ оҫтаханалары, тегеү цехы, мәғлүмәт‑аналитика үҙәге, ятағы бар. 2 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2009).
А.М.Казаков
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: