Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ФӘННИ ҮҘӘГЕ

Просмотров: 1936

ӨФӨ ФӘННИ ҮҘӘГЕ. РФА‑ның Башҡортостан Республикаһындағы ғилми учреждениеһы. 1951 й. СССР ФА‑ның Башҡ‑н филиалы булараҡ ойошторола (1964—67 йй. структур бүлексәләре РСФСР МС‑ының Ғилми-тикшеренеү эштәрен координациялау б‑са дәүләт ком‑ты ҡарамағына тапшырыла), 1988 й. алып СССР ФА УрБ‑ның (1991 й. башлап РФА‑ның) Башҡ‑н фәнни үҙәге, 1992 й. РФА‑ның Өфө фәнни үҙәге, 2018 й. башлап РФА‑ның Өфө федераль тикшеренеү үҙәге. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: биология, генетика, геология, математика, материалдарҙы өйрәнеүғилеме, механика, физика, химия, ижт., гуманитар һ.б. фәндәр өлкәһендәге тикшеренеүҙәр. РФА ӨФҮ Биология институтын, Биохимия һәм генетика институтын, Ботаника баҡса-институтын, Геология институтын, Металдарҙыңүтәһығылмалылығы проблемалары институтын, Механика институтын, Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтын, Нефтехимия һәм катализ институтын, Органик химия институтын, Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтын, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтын, хисаплау үҙәге м‑н бергә Математика институтын, Этнологик тикшеренеүҙәр институтын, РФА ӨФҮ поликлиникаһын берләштерә. Ғилми китапханаһы, Ғилми архивы бар. 830 ғилми хеҙм‑р араһында РФА‑ның 1 академигы һәм 6 мөхбир-ағзаһы, 167 фән д‑ры һәм 458 фән канд. (2018). РФА ӨФҮ институттарында 11 һөнәр б‑са аспирантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлау б‑са 6 махсус совет эшләй; У.М.Джемилев, М.Ә.Илһамов, В.В.Напалков, В.Н.Пучков, М.С.Юнысов етәкс. төп ғилми мәктәптәр бар. Йыл һайын производствоға индереүгә 50‑нән ашыу ғилми асыш тапшырыла; 100‑ҙән ашыу патент рәсмиләштерелә, 100‑ҙән ашыу йыйынтыҡ һәм монография нәшер ителә. РФА, БР ФА ғилми ойошмалары, РФ, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Италия, Төркиә, Франция, Швецияның һ.б. тармаҡ институттары һәм юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. “Известия Уфимского научного центра РАН” (“РФА Өфө фәнни үҙәге хәбәрҙәре”) ж. нәшер итә. Рәйестәре: Г.В.Вахрушев (1951 й. алып), Р.Д.Оболенцев (1956 й. алып), С.Р.Рафиҡов (1967 й. алып), Г.А.Толстиков (1984 й. алып), Р.И.Ниғмәтуллин (1993 й. алып), Юнысов (2006 й. алып), Джемилев (2011 й. алып), А.Н.Лачинов (2016 й. алып вазифа башҡарыусы), З.Х.Шиһапов (2017 й. алып вазифа башҡарыусы).

Әҙәб.: Ильгамов М.А., Саитова М.А. Академическая наука Башкортостана //Вестник Российской академии наук. 2000. Т. 70. №6; Халфин С.А., Юсупов Р.Г. Академическая наука в Башкортостане: становление и развитие (1951—2001 гг.). Уфа, 2006.

О.Б.Казакова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 25.03.2024