Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЮЖЕТ

Просмотров: 895

СЮЖЕТ (фр. sujet — предмет), художестволы әҫәрҙә арауыҡ‑ваҡыт үҙгәрештәре, бер‑береһен алмаштырған урын‑торош һәм шарттар рәүешендә күҙ алдына баҫтырылған хәл‑ваҡиғалар йыйылмаһы. С. драматик, эпик һәм лиро‑эпик жанрҙарҙың ойоштороусы башланғысы булып тора; лирикала ла мөһим булырға мөмкин. С. структур элементтары: экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация һәм сиселеш. Сәбәп‑һөҙөмтә бәйләнештәре булмаған һәм бер‑береһе м‑н тик ваҡыт аша бәйләнгән күп төрлө хәл‑ваҡиғаларҙы хронологик тәртиптә тергеҙгән хроникаль С. (башҡорт әҙәбиәтендә — А.М.Таһиров, Ғәли Ғ.Ибраһимов, Ф.Ә.Иҫәнғолов, Я.Х.Хамматов, Н.С.Мусин һ.б. романдары серияһы С.) һәм хәл‑ваҡиғалар ваҡыт эҙмә‑эҙлелеге м‑н генә түгел, ә уларҙы башҡарыуҙың, бәйләнештең тағы ла тәрәнерәк дәлилләү м‑н берләштерелгән (Д.Юлтыйҙың “Ҡан”, С.Агиштың “Нигеҙ”, К.Мәргәндең “Нарыштау итәгендә” романдары һ.б.) бер дөйөм конфликтҡа нигеҙләнгән концентрик (йәки үҙәккә ынтылыусы, циклик) С. айырыла.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. 1‑се киҫ. Теоретик поэтика. Өфө, 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: