Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, балет

Просмотров: 1376

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле драмаһы б‑са Н.Ғ.Сабитовтың 3 шаршауҙан һәм прологтан торған балеты. 1971 й. яҙылған. Премьера ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла үтә (И.М.Кәримов, Сабитов һәм И.Х.Хәбиров либреттоһы, балетм. — Хәбиров, дирижёры — Сабитов, ҡуйыусы рәссамы — М.Н.Арыҫланов). Төп партияларҙа: Л.С.Ҡыуатова (Айгөл), М.А.Таһирова (Зөлхәбирә), Ш.Ә.Тереғолов (Ричард), Р.А.Насиров (Илдар). Спектаклдең темаһы — Тыуған илгә һөйөү. Балет муз. образдарҙы ҡапма‑ҡаршы ҡуйыу контрастлығына нигеҙләнә: төп геройҙар һәм тыныс тормош картиналары характеристикаһында башҡ. халыҡ йыр‑бейеү интонациялары, һуғыш һәм агрессия көстәрен һүрәтләгәндә Европа музыкаһының хәҙ. заман саралары ҡулланыла. Хореографик лексика классик бейеүҙе һәм хәҙ. заман пластикаһын берләштерә.

Ғ.Н.Әхмәҙиева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: