Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨМБӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1296

ӨМБӘТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 71 км алыҫлыҡта Оло Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й.– 480 кеше; 1920 – 543;__ 1939 – 413; 1959 – 360; 1989 – 494; 2002 – 516; 2010 – 413 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Үрге Муйнаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Шәжәрә б‑са, тәүге төпләнеүсе Өмбәт батыр исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Имбәт, Өрмәт, Өмөтбай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 21 йортта 172 кеше йәшәгән, 1866 й. 55 йортта – 363 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауылда Муйнаҡ Сөләймәнов йәшәгән, Ҡ.Ғ.Бәкеров, Б.Б.Ғафаров тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019