Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УНАСОВ Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы

Просмотров: 964

УНАСОВ Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы [7.11.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байыш а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 17.1.1921, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Тәкәһуҡҡан утары эргәһендә], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә каптенармус булып хеҙмәт итә. Бөрйән‑Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе. 1920 й. йәйендә Бөрйән‑Түңгәүер кантонында баш күтәреүселәр отрядын ойоштора һәм большевиктарға ҡаршы сығыш яһай, сент. алып баш күтәргән Башҡ. ҡыҙыл армияһының 1‑се див. начальнигы. Нояб. властарҙың баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәрендә ҡорал һалыуҙан баш тарта һәм көрәштәштәре м‑н ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам итә. Дек. С.Ш.Мырҙабулатов һ.б. аралашсылығында У. м‑н властар араһында ихтилалды туҡтатыу һәм отряд командирҙарының Стәрлетамаҡ ҡ. килеүе хаҡында һөйләшелгән. Ихтилалды баҫтырыуға ебәрелгән эске һаҡ ғәскәрҙәренең 68‑се бригадаһы ком. Г.И.Симоновтың йәшерен бойороғо б‑са У. 8 көрәштәше м‑н бергә Стәрлетамаҡҡа барған юлда конвоирҙар тарафынан атып үлтерелә.

Әҙәб.: С о л т а н о в Й. Сөләймән Мырҙабулатов: заманы һәм көрәше (1917—1922). Өфө, 2006.

М.М.Маннапов, Й.Ә.Солтанов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019