Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘВКИЛЕВТӘР

Просмотров: 1154

ТӘВКИЛЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүселәр — Дәүләтмәмәт, Уразлай, Уразмәмәт мырҙалар. Дәүләтмәмәт Т. Ярославль өйәҙендә хеҙмәт иткән, Владимир һәм Ярославль өйәҙҙәрендә поместьеһы булған. Уның улдары: Мәмеш, Болош, Сәфәр һәм Мәмәт. 17 б. — 18 б. башында Т. мырҙаларға Владимир, Ҡасим, Керенск һәм Ярославль өйәҙҙәрендәге ерҙәргә хужа булған. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — А.И.Тәвкилев. Уның улы: Йосоп Ҡотломөхәмәт улы Т. (Осип Алексеевич; 1707—73), секунд‑майор. Варзы‑Алексеевка заводына хужа булған. Ген.-майор Ф.Ю.Фрейман корпусы составында Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. Баш күтәреүселәр тарафынан үлтерелгән. Уның улы: Шаһингәрәй Йосоп улы Т. (Пётр Осипович; 1772—1821), ефрейт-капрал. Уның улдары: С.Ш.Тәвкилев; Батыргәрәй Шаһингәрәй улы Т. (Павел Петрович; ?—1891), майор; Сәйетгәрәй Шаһингәрәй улы Т. (Алексей Петрович; 1819—91), подполковник. Батыргәрәй Шаһингәрәй улы Т. улдарынан иң билдәлеһе Ҡ.Б.Тәвкилев. 1870 й. Т. нәҫеле вәкилдәре Вятка губернаһында, Ырымбур губернаһында, Пенза, Рязань һәм Өфө губерналарында 72 мең 249 дисәтинә ергә, Бәләбәй өйәҙенең — 11, Алабуға өйәҙенең — 5, Минзәлә өйәҙенең һәм Өфө өйәҙенең 1‑шәр ауылдарында 1800 крепостной крәҫтиәнгә хужа булған. Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Килем а. (хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Килем а.) Т. нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән һарай‑усадьба комплекслы имениеһы урынлашҡан (ҡара: Килем мәсете, Килем һарайы). 20 б. башында Т. имениеһының күп өлөшө һатыла.

Әҙәб.: А з а м а т о в а Г.Б. Интеграция национального дворянства в российское общество: на примере рода Тевкелевых. Уфа, 2008.

Г.Б.Азаматова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019