Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЕЛЯТЕВТАР

Просмотров: 826

ТЕЛЯТЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Алексеевич Т. (?—1643). Өфөгә хеҙмәткә Ҡазандан күсерелә. 1632 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1633 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы поместье (17 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Тур яланындағы (хәҙ. Өфө эсендә) ауылға (крәҫтиәндәрһеҙ) хужа була. 1635 й. Өфөнөң хеҙмәтле кешеләр отряды составында Себер батшаһы улы Аблайҙы тотоуҙа ҡатнаша. Ҡалмыҡтар м‑н яуҙа үлтерелә. Уның улдары: Матвей Васильевич Т. 1647 й. 350 сирек ер поместье оклады м‑н хәрби хеҙмәткә алына. 1668 й. алып Өфө атлы казактары, 1681 й. Өфө стрелецтары башлығы; Лука Васильевич Т. 1647 й. түләүле хәрби хеҙмәткә алына. Уның поместье оклады 500 сирек ер тәшкил итә. 1681 й. башлап Өфө өйәҙенең Ҡаракүл а. (Удмурт Респ. Ҡаракүл р‑ны) батша һарайы приказчигы, 1683 й. — Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы воеводаһы. 1685 й. ҡаласыҡты баш күтәреүселәрҙән [ҡара: Башҡорт ихтилалы (168184)] обороналауға етәкселек иткәне өсөн почётлы батша һарайы исемлегенә индерелә. 1694 й. Ҡазан өйәҙенең Вознесенск а. (хәҙ. Сарапул ҡ.) батша һарайы приказчигы. Уның улы — Алексей Лукьянович Т. 1700 й. уның поместье оклады 250 сирек ер тәшкил итә. Башҡорт ихтилалы (170411) ваҡытында үлтерелә. Алексей Лукьянович Т. ейәне — Тимофей Сергеевич Т., подпрапорщик. 1759 й. алып 3‑сө Ырымбур гарнизоны батальонында хеҙмәт итә, 1785 й. — Өфө юғары башҡармаһы вахмистры. Уның улы — Егор Тимофеевич Т., губ. секретары (1806). 1784 й. башлап Өфө юғары башҡармаһында, 1794 й. — Боғорослан өйәҙ судында, 1800 й. — Өфө ҡала идараһында, 1803 й. — Өфө ҡала магистратында, 1812 й. алып Өфө өйәҙ судында хеҙмәт итә. Т. нәҫеле Ырымбур губернаһы дворяндары нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә яҙылған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019