Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТӘМЕШЕВТӘР

Просмотров: 767

ҮТӘМЕШЕВТӘР, сауҙагәрҙәр. Билдәле булғандары: Зариф Ибраһим улы Ү., 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ ҡ. тирмән, колониаль тауарҙар магазины, типография тотҡан; татар телендә китаптар һәм дәреслектәр сығарған. Хәйриә м‑н шөғөлләнгән. Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсетенең һәм Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһенең попечителе булған. Уның улдары: Абдулла Зариф улы Ү. һәм Мостафа Зариф улы Ү., бергә Стәрлетамаҡта 3 сауҙа һәм торлаҡ йорт тотҡандар. Абдулла Зариф улы Ү. улы — Әбделкәрим Абдулла улы Ү., Стәрлетамаҡ үҙ-ара кредит йәмғиәте идаралығы ағзаһы. Ү. нәҫеле вәкилдәре иген м‑н сауҙа иткән, сәй төрөү ф‑каһы тотҡан.

И.В.Денисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019