Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ

Просмотров: 1194

ӨФӨ ҠАҘНА ПАЛАТАҺЫ, финанс учреждениеһы. 1865 й. Өфө губернаһы ойошторолғас, Ырымбур ҡаҙна палатаһы урынына барлыҡҡа килә. Идарасы етәкселек итә. 19 б. аҙ. Ө.ҡ.п. составына ревизия бүлеге нач., ҡаҙнасылыҡ бүлеге нач., эш башҡарыусылар, архивариус, махсус йомош үтәгән чиновниктар, бухгалтерҙар, столоначальниктар һ.б. инә. 1873 й. 25 кеше иҫәпләнә. Финанс министрлығына буйһона. Дәүләт сығымдарын планлаштырыу һәм улар б‑са отчёт алып барыу, дәүләт биналарын ҡарау, яһаҡ йыйыу һәм недоимкаларҙы түләттереү м‑н шөғөлләнә, сауҙа һәм сәнәғәт үҫешенә һ.б. булышлыҡ итә. Ҡаҙнасылыҡ (иҫәп‑хисапҡа ревизия үткәрә, килем һәм аҡса сығымдарының иҫәбен ала) һәм ревизия (һалым түләгән халыҡ, 1874 й. тиклем рекруттар иҫәбен ала) бүлектәренән тора. 1885 й. Ө.ҡ.п. эргәһендә һалым инспекторы вазифаһы булдырыла, ул Ө.ҡ.п. идарасыһы тәҡдим иткән дәғүәселәр (1893 й. алып тик юғары белемлеләр) араһынан Финанс министрлығы оклад йыйымдары департаменты тарафынан билдәләнә. Инспекторҙың бурыстарына һалым йыйыу, сауҙа һәм кәсептәрҙә тәртипте күҙәтеү, губ. һәм өйәҙ присутствиелары эшендә ҡатнашыу инә, 19 б. аҙ. дәүләт һәм урындағы тура һалымдарҙы йыйыу м‑н шөғөлләнгән; өйәҙ яһаҡ присутствиеһы рәйесе булған. Рәсәй империяһында 500, ш. иҫ. Өфө губ. 13, инспектор тәғәйенләнгән булған. Ҡаҙна буйһоноуында булып һалым һәм пошлиналар йыйған, аҡсаны һаҡлаған һәм ҡулланыусыларға биргән губерна (губерна ҡаҙнасыһы, ҡаҙнасы ярҙамсыһы, бухгалтерҙар, кассирҙар, хат ташыусы) һәм 6 өйәҙ (өйәҙ ҡаҙнасыһы, бухгалтер, бухгалтер ярҙамсыһы, мотлаҡ ағза) ҡаҙнасылығы була. 1917 й. бөтөрөлә.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: