ӨФӨ КРЕПОСТНОЙ КОНТОРАҺЫ
770
ӨФӨ КРЕПОСТНОЙ КОНТОРАҺЫ, дәүләт учреждениеһы. 1701 й. ойошторола. Өфө провинция канцелярияһы (ҡара: Өфө провинцияһы) бүлексәләренең береһе. Ө.к.к. составында күҙәтеүсе (конторға етәкселек итә), 4 күсереп яҙыусы була. Бурысҡа аҡса алыу, купчий, подряд, эш ҡушыу, килеү һ.б. ҡағыҙҙарҙы теркәү һәм рәсмиләштереү м‑н шөғөлләнгән. 1782 й. бөтөрөлә.
Р.Ғ.Буканова
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: