Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘҢРЕЛЕК

Просмотров: 2488

ТӘҢРЕЛЕК (төркисә тәңре — күк йөҙө, хоҙай, әмир), монгол һәм төрки ҡәбиләләрҙең дини инаныуҙары. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡ аҙ. — 1‑се мең йыллыҡ башында барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә. Т. нигеҙендә тәбиғәттең йәнле икәненә һәм кешенең үҙен уратып алған тәбиғәт м‑н яҡын бәйләнештә булыуына ышаныу ята (ҡара: Анимизм). Т. б‑са, донъя ер аҫты, ер өҫтө һәм күк киңлектәренән ғибәрәт. Уларҙың һәр береһе м‑н төрлө илаһтар идара итә: Ер‑һыу (ер һәм һыу Илаһы), Һомай (Ер башланғысы Алиһәһе), Эрлик (үлем Илаһы), Ут, Ҡояш, Ай, Йондоҙҙар, Һауа, Болот, Ел, Ҡойон, Күк күкрәү һәм Йәшен, Ямғыр, Йәйғор, иң юғары Илаһ — Тәңре, ул күктә йәшәй тип һанала. Башҡорттарҙа Т. — традицион, исламға тиклемге дини инаныуҙар элементы. Бер ни тиклем үҙгәреп, традицион көнкүрештең төрлө аспекттарында сағылыш тапҡан. Т. м‑н бәйле сюжеттар башҡорт фольклорында (Һомай эпик образы һ.б.), топонимдарҙа [Тәңреғол а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны), хәҙ. ваҡытта юҡҡа сыҡҡан Тәңребирҙе а. (Баймаҡ р‑ны)] һаҡланған. Легенда һәм риүәйәттәрҙә Тәңре хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылыу һәм ҡорбан килтереү йолалары һүрәтләнгән сюжеттар (“Әүешкүл” риүәйәте, “Иҙеүкәй менән Мораҙым”, “Ҡуңыр буға”, “Урал батыр” эпостары) киң таралған. Башҡорт мәҡәлдәрендә һәм әйтемдәрендә Тәңре ҡурсалаусы һәм яҡлаусы, кешегә уңыш һәм именлек килтереүсе итеп күрһәтелә: “Тәңрем, үҙең ярлыҡа”, “Ерҙән көткәнде Тәңре бирҙе”, “Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы”. Ҡарағай‑ҡыпсаҡ (ҡыпсаҡ ҡәбиләһе), табын (табын ҡәбиләһе) ырыуҙарының ораны “Тәңре” булған. Т. элементтары традицион байрамдарҙа (ҡара: Ҡарғатуй, Нардуған, Науруз, Һабантуй), ер эшкәртеүгә бәйле йолаларҙа, малсылыҡҡа бәйле йолаларҙа осрай. Т. үлгән ата-бабаларҙы иҫкә алыу традицияһы м‑н тығыҙ бәйле (ҡара: Ата‑бабалар культы): ҡәберҙәргә һынташтар ҡуйыу, төрлө йолалар үткәреү һ.б. Ислам дине ҡабул ителгәндән һуң, башҡорттарҙың донъяға ҡарашында Т. ҡайһы бер элементтары мосолман дине төшөнсәләре м‑н ҡушылған: “Тәңре” һүҙе Аллаға мөрәжәғәт итеү формаларының береһе булараҡ ҡулланылған. Боронғо ваҡытта башҡорттарҙа тотемизм м‑н бер рәттән Т. таралыуы хаҡында Ибн Фаҙлан яҙмаларында телгә алына.

Әҙәб.: Б е з е р т и н о в Р.Н. Тэнгрианство — религия тюрков и монголов. Казань, 2004.

З.Ғ.Әминев

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.08.2023