Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ II

Просмотров: 2478

ӨФӨ II, 4—16 бб. археологик ҡомартҡыһы. Өфөлә Пушкин һәм Воровский урамдары киҫелешендә урынлашҡан. 1953 й. П.Ф.Ищериков тарафынан асыла, 1957—58 йй. Ищериков, Н.А.Мәжитов, 1968 й. М.Х.Садиҡова, 1990 й. В.В.Овсянников, 2004 й., 2006—10 йй. Мәжитов, Ә.Н.Солтанова, Ф.А.Сөнғәтов, Р.Б.Исмәғилев өйрәнә. 1500 м2 ашыу ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ ур (киңлеге 10—11 м, бейеклеге 4 м ашыу) һәм соҡор м‑н уратып алынған. Таҡта түшәлгән урамдарҙы (киңлеге 3 м тиклем) кварталлап планлаштырыу төҫмөрләнә. Каркас-бағана конструкциялы бер нисә асыҡ усаҡ (ҡайһыларына таш түшәлгән), хужалыҡ соҡорҙары (2 м тиклем тәрәнлектәге) булған ер өҫтө торлаҡтары асыҡланған. Керамика Бахмут мәҙәниәте, Кушнаренко мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәте, ш. уҡ Урта Азия, Төньяҡ Кавказ, Урта Волга буйынан килтерелгән һауыттарҙан ғибәрәт. Эш ҡоралдары (балсыҡ һәм һөйәк орсоҡбаштар, бәйләү һәм тегеү энәләре, сүкеш, таш ҡайраҡтар, ҡырғыстар, тирмән таштары, ҡалыптар, тигелдәр), ҡорал (йәйә өсөн пластинкалар, уҡ башаҡтары, бысаҡтар), биҙәүестәр (кейем биҙәүестәре, балдаҡтар, муйынсаҡтар, сулпылар, фибулалар, медальондар, сылбырҙар), таралғылар, йәнлек һүрәте төшөрөлгән әйберҙәр, Алтын Урҙа осороноң көмөш тәңкәләре, хайуан һөйәктәре табылған. Халҡы металл эшкәртеү, балсыҡтан, һөйәктән әйберҙәр эшләү, туҡыу, зәргәрлек һөнәре, сауҙа, малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән. Ө. II уға яҡын урынлашҡан Өфө ҡаласыҡтары, Өфө ҡәберлектәре м‑н бер комплекс итеп ҡарала. Ҡомартҡы, 4 — 16 бб. яҙма сығанаҡтары б‑са, урта быуаттағы Башҡорт ҡалаһы булған, тип фараз ителә. 2011 й. ҡомартҡыны фәнни тикшереү һәм һаҡлау маҡсатында“Боронғо Өфө” музей‑ҡурсаулығы асыла.

Әҙәб.: Городище Уфа-II: в 3 т. Уфа, 2007 — 2009; Мажитов Н.А., Сунгатов Ф.А., Султанова А.Н. Сокровища древней Уфы. Уфа, 2008.

Р.Б.Исмәғилев, Ф.А.Сөнғәтов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: