Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯЛАРЫ

Просмотров: 850

ӨФӨ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯЛАРЫ. 1‑се Өфө совет уҡсылар дивизияһы РККА составында 1918 й. июнендә Н.И.Подвойский бойороғо б‑са Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмаларының 2‑се һәм 3‑сө дружиналарынан ойошторола. Уның составына 1‑се һәм 2‑се совет уҡсылар полктары, артиллерия һәм атлы дивизиондар, бронеотряд инә. Дивизия ойошторолоп бөтмәй. Июль башында 2‑се полк таратыла, ғәскәрҙең бер өлөшө 1‑се полкка тапшырыла. 4‑се Өфө уҡсылар генерал Корнилов дивизияһы 1918 й. сент. башында Халыҡ армияһының 4‑се Өфө див. булараҡ ойошторола, 1919 й. майынан 4‑се Өфө уҡсылар ген. Корнилов дивизияһы. 13‑сө һәм 14‑се Өфө, 15‑се Михайловка, 16‑сы татар уҡсылар полктары, 4‑се Өфө кавалерия полкы, айырым Бөрө һәм Стәрлетамаҡ батальондары, 3‑сө Ырымбур казак бригадаһынан (1919 й. июленән) тора. 1919 й. ғин. алып Рус армияһының 2‑се Өфө армия корпусы, авг. — Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһының Өфө ғәскәрҙәре төркөмө составында була. 1920 й. мартында Чита ҡ. 4‑се Өфө уҡсылар полкы итеп үҙгәртелә. Див. нач.: ген.-лейт. С.Н.Люпов (1918 й. сент. алып), ген.-майорҙар В.Д.Косьмин (1918 й. окт. — 1919 й. майы), В.И.Токмачёв (1920 й. ғин.—июле), полк. Карпов (ваҡытлыса вазифа башҡарыусы), ген.-майор П.П. Петров (1919 й. дек. — 1920 й. ғин.).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019