Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨМӘТӘЙ УРАҘЫМБӘТОВ

Просмотров: 1041

ӨМӘТӘЙ УРАҘЫМБӘТОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Һарт улусы Һарт а. (хәҙ. Дыуан р‑ны Әбдрәшит а.) башҡорто. Польша походында (1771—73) ҡатнашыусы. Һарт улусы старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. дек. ҡушыла, үҙ улусында башҡорттарҙы баш күтәреүселәр ғәскәренә йәлеп итә. Салауат Юлаев ғәскәре составында 1774 й. 23—24 ғин. Көңгөр ҡ. ҡамау һәм штурмлауҙа, 6 һәм 8 майҙа — Үрге Эҫем з‑ды (ҡара: Эҫем за- водтары), 31 майҙа — Әйле улусының Әйле пристане янындағы алыштарҙа; 3 һәм 5 июндә Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа; Юлай Аҙналин м‑н берлектә сент.—окт. Ҡытау-Ивановка з‑дын ҡамауҙа, 1774 й. 20 нояб. шунда уҡ подполковник И.К.Рылеев етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019