Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ БАСҠАҠ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 630

ИҪКЕ БАСҠАҠ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Матвеев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 66 км алыҫлыҡта Сәрмәсән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 764 кеше; 1920 — 892; 1939 — 1098; 1959 — 524; 1989 — 278; 2002 — 333; 2010 — 301 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1753 й. керҙәшлек килешеүе (1784 й. төҙөлгән) б‑са, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1715 й. батша һарайы крәҫтиәндәре Басҡаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 278 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 121 йортта — 715 кеше. Игенселек, перәник бешереү, таҡта ярыу м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 ел тирмәне булған. 19 б. аҙ. Басҡаҡ яңы ауылы (хәҙ. Яңы Басҡаҡ а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1906 й. часовня, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: