ТУРҒАЙ ӨЛКӘҺЕ
ТУРҒАЙ ӨЛКӘҺЕ, 1868 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1865 й.) Ырымбур ген.‑губернаторлығының көньяҡ өлөшөнән ойошторола. 20 б. башында төньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнсығышта — Аҡмулла, көньяҡта — Һырдаръя, көнбайышта — Урал өлкәләре м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ырымбур ҡ., һуңыраҡ — Ҡустанай ҡалаһы. Майҙаны — 386670 км2 (1897). Халҡы 1897 й. — 453416 кеше (башҡорттар—1598, ҡаҙаҡтар—410904, мордвалар—2132, татарҙар—3197, украиндар—4588, урыҫтар—30438 һ.б.). Башҡорттар башлыса Аҡтүбә һәм Ҡустанай өйәҙҙәрендә йәшәгән. 19 б. аҙ. өлкәлә 19296 крәҫтиән, 21784 мещан, 496 дворян һ.б.; 415806 мосолман, 37363 православие динен тотоусы (ш. иҫ. 170 старообрядсы) иҫәпләнгән. Өлкә Аҡтүбә, Ҡустанай, Турғай һәм Ырғыҙ өйәҙҙәренән торған. Ҡалалары: Аҡтүбә, Ҡустанай, Турғай, Ырғыҙ. 499 ауыл иҫәпләнгән (1897). А.х., малсылыҡ үҫеш алған. 1905 й. Ташкент т. юлының Ырымбур—Күбек участкаһы төҙөлгән. 1919 й. Ҡустанай өйәҙе Силәбе губернаһы составына ингән. 1920 й. Т.ө. губернаға үҙгәртелеп, Ҡырғыҙ АССР‑ы составына ҡушылған.
Әҙәб.: Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 год. Т.87. Тургайская область. СПб., 1904.
Р.Р.Фазылов
Тәрж. М.Х.Хужин