Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ-ВОЛГА ШТАТЫ

Просмотров: 1312

УРАЛ-ВОЛГА ШТАТЫ, И ҙ е л - У р а л ш т а т ы, РСФСР составында башҡорттар м‑н татарҙарҙың күҙалланған милли дәүләт ҡоролошо. У.‑В.ш. ойоштороу проекты Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының милли йыйылышы тарафынан төҙөлә, 1917 й. 29 нояб. раҫлана. Парламент формаһында идара ителгән терр. автономияға Ҡазан губернаһы, Өфө губернаһы һәм Вятка губернаһы, Пермь губернаһы, Сембер губ., Һамар губернаһы, Ырымбур губернаһының бер өлөшө инергә тейеш булған. Штат көнсығыш (Башҡортостан терр‑яһы) һәм көнбайыш (ҡалған терр‑ялар) округтарға бүленгән. 1918 й. ғин. У.‑В.ш. ғәмәлгә ашырыу коллегияһы ойошторола (рәйесе Ғ.Ш.Шәрәф). Ул штатты Советтар нигеҙендә милли-мәҙәни автономия итеп ойоштороп, уның составына автономиялы Башҡортостан (ҡара: Бәләкәй Башҡортостан) терр‑яһын, башлыса татарҙарҙан торған Ҡазан губ. индереү өсөн сығыш яһаған. Коллегия ҡарарҙары Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы һәм Милли йыйылыш етәкселәрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. 16 февр. Ҡазанда үткән 2‑се Бөтә Рәсәй хәрби мосолман съезында (ҡара: Мосолман съездары) Коллегия әҙерләгән проект нигеҙендә Волга-Урал (Иҙел-Урал) совет республикаһын ойоштороу т‑да резолюция ҡабул ителә. Большевистик рухлы етәкселәрҙең асыҡтан-асыҡ ҡаршылыҡ күрһәтеүе һөҙөмтәһендә проект ғәмәлгә ашмаған (ҡара: Мосолман хәрби шураһы). 22 мартта Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссариаты декреты м‑н “Татар-Башҡорт Совет республикаһы тураһында положение” раҫлана (ҡара: Татар-Башҡорт Совет Республикаһы).

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019