ӨФӨ ВАҠЫТЛЫ МОСОЛМАН ҠАЛА ХАЛЫҠ КОМИТЕТЫ
478
ӨФӨ ВАҠЫТЛЫ МОСОЛМАН ҠАЛА ХАЛЫҠ КОМИТЕТЫ, Өфө мосолмандарының ижт.‑сәйәси тормошона һәм Өфө ҡала думаһында мосолман фракцияһына етәкселек итеү өсөн 1918 й. 5 июлендә ҡала митингыһында ойошторолған һайланма йәмәғәт органы. Ком-т составына Барый Усманов (рәйес), Ибн.Ә.Әхтәмов, Ибниәмин Ҡудашев, Ә.‑С.Ғ. и Ғ.Х. Тереғоловтар, Солтанбәк Мәмлиев, Ғәлләм Мостафин, Хажи‑Әхмәт Яфаев һ.б. ингән. Сент. Өфө ҡала думаһына һайлауҙарҙа Ком-т 14% тауыш ала, уның ағзалары ҡала үҙидаралығы органдары составына инә. 1918 й. дек. аҙ. ҡалала власть большевиктар ҡулына күсеүгә бәйле тара‑тыла.
А.Д.Казанчиев
Тәрж. М.Х.Хужин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: