Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИҪКЕ ИСАЙ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 882

ИҪКЕ ИСАЙ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Иҫке Исай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта Яланды й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 740 кеше; 1920 — 937; 1939 — 1022; 1959 — 929; 1989 — 679; 2002 — 502; 2010 — 537 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Себер даруғаһы Бүләкәй‑Көҙәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Исай (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Әбдрәшит, Ибраһим, Мөҡмин Исаевтар билдәле) исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. 12 йортта 61 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта — 385 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, тирмән, 1 мануфактура һәм 3 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башында Яңы Исай бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ф.Ғ.Ғәләүетдинов, С.Ғ.Сираева, Ш.И.Типеев, М.С.Ямаева ошо ауылда тыуған.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019