Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ КАНТОНЫ

Просмотров: 1023

ӨФӨ КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. БАССР составында ойошторола. Кантонға Өфө өйәҙенең — 37, Көҙәй кантонының — 2, Табын кантонының 2 улусы инә. Төньяҡта — Бөрө кантоны, төньяҡ‑көнсығышта – Мәсәғүт кантоны, көнсығышта – Урал өлкәһе, көньяҡ‑көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай кантоны, көньяҡта — Стәрлетамаҡ кантоны, көнбайышта Бәләбәй кантоны м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Өфө. Майҙаны — 16931,1 км2 (1928). Халҡы 1926 й. — 568494 кеше (башҡорттар — 57552, белорустар — 13628, йәһүдтәр — 1749, латыштар — 6643, мариҙар — 5314, мишәрҙәр — 40493, мордвалар — 4567, немец- тар — 2543, урыҫтар — 309068, татарҙар — 92434, типтәрҙәр — 6472, украиндар — 17008, сыуаштар — 8313 һ.б.). 1922 й. Ө.к. Стәрлетамаҡ кантонының Кәлсер‑Табын, Меркетле улустарынан 11 ауыл, 1924 й. — Дыуан‑Табын, Ҡырмыҫҡалы, Тирәкле улустары ҡушыла. БашҮБК Президиумының 1923 й. 13 апр. ҡарары м‑н Ө.к. терр‑яһында 17 улус ойошторола. Башлыса а.х. үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ер майҙаны (мең га) — 402,2, ш. иҫ. арыш сәсеүлеге 156,4, һоло — 87, бойҙай — 44,9, ҡарабойҙай — 31,9, тары — 29,2, картуф — 19,2, етен — 2,7, киндер — 1,9, арпа — 0,9; һыйыр малы һаны — 189433 баш, йылҡы — 122720, һарыҡ — 434544, кәзә — 11420, сусҡа – 62190. Благовещен а.х. машиналары з‑ды, Өфө һыра ҡайнатыу з‑ды, 1‑се Өфө суйын ҡойоу з‑ды һ.б. пр‑тиелар эшләй. 47 баҙар эшләй. 1‑се баҫҡыс 488 мәктәп була (1926; шуларҙың 60‑ында уҡытыу башҡ., 4‑һендә — латыш, 4‑һендә — мари, 3‑һөндә — мордва, 4‑һендә — немец, 1‑һендә — сыуаш, 150‑һендә — татар, 1‑һендә — удмурт, 255‑ендә урыҫ телендә алып барыла). 1930 й. 20 авг. кантон бөтөрөлә, уның терр‑яһы Архангел (Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), Благовещен (Благовещен, Бүләкәй‑Көҙәй, Надеждин, Степановка, Удельно‑Дыуанай улустарының бер өлөшө), Бөрө (Удельно-Дыуанай улусының бер өлөшө), Бүздәк (Новосёловка улусының бер өлөшө), Иҫке Күл (Бүләкәй‑Көҙәй, Иглин, Надеждин, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), Ҡырмыҫҡалы (Булгаков, Ҡырмыҫҡалы улустарының бер өлөшө), Мишкә (Надеждин һәм Удельно-Дыуанай улустарының бер өлөшө), Өфө (Петровка, Булгаков, Дмитриевка, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Сте‑ пановка, Оло‑Теләк улустарының бер өлөшө), Саҡмағош (Топорнин улусының бер өлөшө), Топорнин (Дмитриевка, Новосёловка, Топорнин, Шәрип улустарының бер өлөшө), Шишмә (Абрай, Шишмә, Булгаков, Дмитриевка, Новосёловка улустарының бер өлөшө), Яңы Ҡарамалы (Ҡырмыҫҡалы улусының бер өлөшө) административ райондары составына инә.

З.Ғ.Ғәтиәтуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Картала: Өфө кантоны (1926)

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019