Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ АРМИЯ КОРПУСЫ

Просмотров: 820

ӨФӨ АРМИЯ КОРПУСЫ 2‑се, 1918 й. 30 сент. Юғары баш командующий ген.-лейт. В.Г.Болдырев бойороғо б‑са Өфө губ. Халыҡ армияһы подразделениеларын ойоштороу штабының айырым хәрби частарынан төҙөлә; 19 окт. алып Өфө айырым кор‑ пусы, 1919 й. ғин. — 2‑се Ө.а.к. Корпус составына 4‑се Өфө (13‑сө һәм 14‑се Өфө, 15‑се Михайловка, 16‑сы Мосолман уҡсылар полктары, 4‑се Өфө еңел артиллерия бригадаһы) һәм 8‑се Кама (29‑сы Бөрө, 30‑сы Асҡын, 31‑се Стәрлетамаҡ, 32‑се Кама буйы уҡсылар полктары, 8‑се Кама артиллерия бригадаһы, атлы дивизион) уҡсылар див., Ижевск бригадаһы һәм Өфө кавалерия дивизияһы (1919 й. ғин.—майы) ингән. 1919 й. июленән Рус армияһының Көнсығыш фронты 3‑сө армияһы составында була. Граждандар һуғышы осоронда 1919 й. март—апр. Ө.а.к. частары Боғорослан һәм Бәләбәй ҡҡ. ала. 1919 й. авг. Өфө ғәскәрҙәре төркөмө итеп үҙгәртелә. Корпус ком.: ген.‑лейт. С.Н.Люпов (1918 й. сент. алып), ген.-майорҙар С.С.Джунковский (1919 й. ғин. алып ваҡытлыса вазифа башҡарыусы), С.Н.Войцеховский (1919 й. мартынан).

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019