Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“УРАЛ” Башҡорт халыҡ үҙәге

Просмотров: 1108

УРАЛ” Башҡорт халыҡ үҙәге, башҡорттарҙың мәҙәниәтен, телен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙы республиканың ижт.‑сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфө ҡ. урынлашҡан. 1989 й. “Аҡ тирмә” республика башҡ. мәҙәниәте клубы инициативаһы менән ойошторола. Иң юғары органы — съезд (2 йылға 1 тапҡыр саҡырыла); съездар араһында – идара. БР‑ҙың ҡала һәм райондарында филиалдары бар. Ойошма дәүләт власының федераль һәм урындағы үҙидара органдарына һайлау кампанияларында, дәүләт программаларын эшләү, ҡабул итеү һәм ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу, мәғариф, йәш быуынды тәрбиәләү һәм эшкә урынлаштырыу, тирәҡ мөхитте һаҡлау, халыҡ һаулығы проблемаларын хәл итеү, сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеү һ.б. менән шөғөлләнә. Үҙәк 1—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] әҙерләү һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан, “Замандаш” гәзитен нәшер иткән; башҡ. йыйындарын тергеҙеү буйынса эш алып бара. Рәйестәре: Р.Шәкүр (1989 й. алып), М.М.Ҡолшәрипов (1991 й. алып), Ә.М.Боҫҡонов (1996 й. алып), Ҡ.Аралбай (2002 й. алып), Р.Ш.Иҫәнов (2004 й. алып).

Ә.М.Боҫҡонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.12.2022