Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМАШЕВТАР

Просмотров: 1000

ТИМАШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур тармағына нигеҙ һалыусылар — ағалы‑ҡустылы: Михаил Лаврентьевич Т. (1714—?), 1736 й. алып Шишмә драгун, 1738 й. — Алексеевск пехота полктарында (ҡара: Ландмилиция) хеҙмәт итә. Воронеж губ. поместьеһы (крәҫтиәндәрһеҙ) була; Иван Лаврентьевич Т. (1716—?), подполковник. Коллегия советнигы. 1736 й. башлап Шишмә драгун, Алексеевск пехота полктарында хеҙмәт итә, 1755 й. — Ырымбур сик буйы таможняһы дир., бер үк ваҡытта Ырымбур губерна канцелярияһы ағзаһы. Башҡорт ихтилалын (1755—56) һәм Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1751 й. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттарынан Елшанка й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында ер һатып ала, Никольский а. нигеҙ һала. Аҫаба башҡорттарҙың (ҡара: Аҫаба) ерҙәрен һатып алып, үҙенең ер милкен арттыра. 1773 й. Ырымбур провинцияһында һәм Ставрополь провинцияһында 3 поместьеһы, Исәт провинцияһында — 3, Өфө провинцияһында 2 шарап ҡыуыу заводы була. Уның улы — Николай Иванович Т., коллегия советнигы. 1787—92 йй. Өфө провинция канцелярияһы прокуроры, 1797—1802 йй. Өфө губ. дворяндары (ҡара: Дворянлыҡ) башлығы. Т.С.Беляев уның крепостнойы була. Николай Иванович Т. улы — Егор Николаевич Т., ген.‑майор. 1822—30 йй. Ырымбур казак ғәскәре командующийы. Ырымбур өйәҙендә 152 мең дисәтинә ере һәм 2519 крәҫтиәне була. Уның улдары: Николай Егорович Т. (1816—75), 1858 й. П.М. Губиндан (ҡара: Губиндар) Әүжән-Петровск заводтарын һатып ала, 1859 й. уларҙы Д.Е.Бенардакиға (ҡара: Бенардакиҙар) һата; Александр Егорович Т. (3.4.1818, Ырымбур ҡ. — 20.1. 1893, С.‑Петербург), ген.‑адъютант (1859), кавалерия генералы. Дәүләт Советы ағзаһы (1867 й. алып). 1856 й. башлап Айырым жандармдар корпусы штабы нач. һәм Батша Ғали йәнәптәре канцелярияһының Өсөнсө бүлексәһе идарасыһы, 1861—64 йй. Вятка, Ҡазан һәм Пермь губ. ваҡытлы ген.‑губернаторы, 1867 й. алып почта һәм телеграфтар министры, 1868—77 йй. эске эштәр министры. Уның ҡатыны — Екатерина Александровна Т. (Пашкова), Стәрлетамаҡ өйәҙендә 5 ауылға (3 меңдән ашыу крепостной крәҫтиән) хужа була. Уның балалары: Николай Александрович Т. (1849—77); Мария Александровна Т., фрейлина; Александр Александрович Т., полковник. (1900). Хәрби министр адъютанты булып хеҙмәт итә, 1895 й. Ырымбур өйәҙе б‑са Ырымбур округ суды ағзаһы.

Т. нәҫеле Ырымбур губернаһы дворяндары нәҫел тарихы китабының 1‑се һәм 3‑сө киҫәгенә яҙылған. Т. ерҙәрендә 11 ауылға, ш. иҫ. нәҫелдән күсеп килгән имение урынлашҡан Ташлы а. (хәҙ. Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны), нигеҙ һалынған. 1840 й. Т. 156,3 мең дисәтинә ере, 5781 крепостной крәҫтиәне булған.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019