Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕЙНСДОРП Иван Андреевич

Просмотров: 379

РЕЙНСДОРП Иван Андреевич (Иоганн Генрих), Р е й н с д о р ф И.А. (1730, Дания — 3.2.1781, Ырымбур ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.‑поручик (1771). Дворяндарҙан. 1756— 63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалын, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. 1746 й. алып рус армияһында. 1761—62 йй. Кёнигсберг ҡ. коменданты. 1768 й. башлап Ырымбур губернаһы губернаторы. 1770 й. императрица Екатерина II төбәп яҙған докладында губернала хужалыҡ итеү етешһеҙлектәрен күрһәтә һәм уларҙы бөтөрөү алымдарын тәҡдим итә. Ырымбур сик һыҙығын нығытыу б‑са саралар күрә. Пугачёв ихтилалы осоронда 1773 й. сент. — 1774 й. мартында баш күтәреүселәр тарафынан ҡамалған Ырымбурҙы обороналауҙы ойоштора, апр. алып Исәт провинцияһына һәм Өфө провинцияһына гарнизон командалары ойоштороп ебәрә, май—июндә Ырымбур йәшерен комиссияһына етәкселек итә. Комиссия бөтөрөлгәндән һуң баш күтәреүселәргә яза биреү т‑да ҡарарҙар сығара. Изге Александр Невский (1774), Изге Анна (1769) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: О в ч и н н и к о в Р.В. За пушкинской строкой. Челябинск, 1988; Г в о з д и к о в а И.М. Башкортостан накануне и в годы Крестьянской войны под предводительством Е.И.Пугачёва. Уфа, 1999.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Портрет: И.А.Рейнсдорп

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019