Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЛЕОЛИТ

Просмотров: 1308

ПАЛЕОЛИТ (палео... һәм ...лит), таш быуаттың тарихи‑мәҙәни осоро. Б.э.т. 2,5 млн — 8 мең йылдарға ҡарай. Кайнозой эраһының плиоцен һәм плейстоцен геологик дәүерҙәре м‑н тап килә. 3 осорҙан тора: боронғо П. (иртә; б.э.т. 2,5 млн — 100 мең йыл), урта (б.э.т. 100—40 мең йыл) һәм яңы (һуң; б.э.т. 40—8 мең йыл). Иртә П. Олдувай [б.э.т. 2,5—1 млн йыл; кешенең билдәле боронғо ата‑бабалары (архантроптар) һәм тәүге ябай эш ҡоралдары (чоппер һәм чоппингтар) барлыҡҡа килгән] һәм Әшел [б.э.т. 700—100 мең йыл; ике яҡлы ҡырҡыусы ҡоралдар (ҡырҡҡыс, ҡырғыстар) таралған, Көньяҡ Уралға халыҡтар килеп ултырған, тип фараз ителә (Ҡыҙыл Яр II, IV; Урта Түбә торалары)] осороҙарына бүлеп йөрөтәләр. Урта П. (Мустьер осоро; башлыса неандерталецтар тереклек иткән осор) яңы эш ҡоралдары (осло ҡорал, ярғыс, башаҡ, бысаҡтар) барлыҡҡа килә, һөйәк эшкәртеү техникаһы ҡатмарлана (Богдановка, Мулла, Яңы Балаҡатай торалары). Яңы П. (Байсланташ, Күлйорттамаҡ мәмерйәләрендәге торалар) хәҙ. типтағы кешеләрҙең (неоантроптар) күпләп таралып ултырыуы күҙәтелә, яҫы саҡматаш техникаһы, ҡатмарлы эш ҡоралдары барлыҡҡа килә, ағас, һөйәк, тире эшкәртеү камиллаша. Был осорҙа Көньяҡ Уралда анимизм, тотемизм м‑н бәйле йолалар, хайуандар культы, дини ҡараштар үҫешкән булған (ҡара: Заповедный ғибәҙәтханаһы, Игнат ғибәҙәтханаһы, Шүлгәнташ һ.б.). Һунарсылыҡ, емеш‑еләк йыйыу м‑н шөғөлләнгәндәр. П. дәүере халҡы Көньяҡ Уралда мезолит мәҙәниәттәренең барлыҡҡа килеүенә нигеҙ була.

В.Г.Котов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019