Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАНТЕЛЬКИН Анатолий Александрович

Просмотров: 1159

ПАНТЕЛЬКИН Анатолий Александрович [15.9.1919, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Кирюшкин а. (БР‑ҙың Фёдоровка районы) — 14.3.1945, Венгрия], лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Герой (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Осоусылар хәрби авиация мәктәбен тамамлаған (Сталинград ҡ., 1941). 1936—39 йй. Стәрлетамаҡ ҡ. “Заготзерно” контораһында эшләй. 1940 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. башлап Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 295‑се авиация дивизияһы 116‑сы истребитель авиация полкының эскадрилья командиры капитан П. 270 хәрби осошта 16 немец самолётын юҡ иткәне өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944,), Александр Невский (1944), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. П. исеме Стәрлетамаҡ, Киев ҡҡ. урамдарға бирелгән. Стәрлетамаҡ ҡ. уға һәйкәл һәм мемориаль таҡтаташтар, Фёдоровка районы Златоустовка а. бюст ҡуйылған.

 Әҙәб.: П у ч к и н А. Почерк советского лётчика //Лицом на запад. Уфа, 1972.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.04.2023