Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАЯНОВ Фәнис Мансур улы

Просмотров: 1199

РАЯНОВ Фәнис Мансур улы (12.12.1938, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Туҡтағол а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), юридик ф. д‑ры (1982), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Нуриман (прокурор ярҙамсыһы), 1966 й. алып Балтас (прокурор) р‑ндары прокуратураһында эшләй. 1968 й. башлап Урал юридик акад. Өфө филиалында уҡытыусы һәм 2004—06 йй. аграр хоҡуҡ каф. мөдире. 1970 й. алып КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында. 1973—2004 йй. һәм 2006 й. башлап БДУ‑ла: 1978 й. алып гражданлыҡ хоҡуғы һәм процесы каф., 1987 й. — а.х. хоҡуғы каф., 1988 й. — дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1981—86 йй. һәм 1989—92 йй. юридик ф‑т деканы; бер үк ваҡытта 2005—14 йй. Хоҡуҡи дәүләт проблемалары ҒТИ (Өфө) директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре дәүләт хоҡуғы теорияһы һәм тарихы, дәүләттең хоҡуҡи үҫеше, хоҡуҡи реформа, аграр хоҡуҡ проблемаларына арналған. 400‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Правовое государство: теория и практика” ж. баш мөхәррире (2005—14). “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2018) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Правовое государство — судьба России. Уфа, 2007; Проблемы теории и практики правового государства. Уфа, 2013; Теория правового государства. М., 2014.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0