Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРБАЕВ Раил Сәлих улы

Просмотров: 1014

САРБАЕВ Раил Сәлих улы (11.1.1962, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Абҙан а.), дәүләт эшмәкәре. Биология фәндәре кандидаты (2007). БР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1999). БАХИ‑ны (1985), БДУ‑ны (2006) тамамлаған. 1985 й. алып Ейәнсура районы “Сельхозхимия” район берекмәһенең өлкән агрономы, ноябрҙән — ВЛКСМ райкомының 2‑се секретары, 1988 й. — 1‑се секретары; 1989 й. башлап халыҡ депутаттарының район советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1992 й. — хакимиәт башлығы урынбаҫары, 1994 й. — башлығы. 2000 й. алып Сибай ҡ. хакимиәт башлығы. 2005 й. башлап Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе. 2005 й. мартынан БР‑ҙың ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры. 2008—10 йй. БР Хөкүмәте Премьер-министры. 2013—14 йй. “СГ‑транс” ААЙ вице-президенты (Мәскәү ҡ.). 2019—20 йй. “Башҡортостан Республикаһы үҫеше корпорацияһы” АЙ генераль директоры. БР Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—2‑се саҡырылыш депутаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2007).

Тәрж. М.Х.Хужин

Т.Т.Абдрахманов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.11.2021