Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕР БҮЛЕМЕ

Просмотров: 1177

ЕР БҮЛЕМЕ, община милке булған шәхси файҙаланыуҙағы ер биләмәһе (ҡара: Ер биләү). Башҡортостанда файҙаланыуға яраҡлы ерҙәрҙе бүлеү игенселектең үҫеүе һәм ултыраҡ тормошҡа күсеү м-н башлана, игенселектең хужалыҡ-мәҙәни тибы өҫтөнлөк иткән көнбайыш һәм төньяҡкөнбайыш райондарҙа киң таралыу ала. Ырыу аҫабалығы сиктәрендә бесәнлектәр, һөрөнтө ерҙәр, солоҡ (ҡара: Cолоҡсолоҡ) булған һ.б. ерҙәр бүленгән, улар өсөн яһаҡ түләү ҡаралған; ерҙе файҙаланыу тәртибе йола хоҡуғы нормаларына ярашлы көйләнгән. Тәүҙә Е.б. ауылға, ырыу бүленешенә йәки ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмөнә бүленгән; һуңынан, общинаның ваҡланыуы һәм шәхси хужалыҡтарҙың үҫеүе м-н, айырым ғаиләләргә лә биреү башланған. 18 б. алып хосуси милек һыҙаттары өҫтөнлөк итә башлай: хужаһы Е.б. васыят итеп ҡалдыра, һата, биләмәгә керҙәштәр индерә алған һ.б. Ҡайһы ваҡытта керҙәш Е.б. община ағзаһының бөтә хоҡуҡтары һәм бурыстары (яһаҡ түләү, дөйөм урмансылыҡ, көтөүлек, һунарсылыҡ һ.б. ерҙәре м-н файҙаланыу) һәм мираҫҡа биреү хоҡуғы м-н бергә алған, был осраҡта Е.б. элекке хужаһы керҙәш категорияһына күскән. 1917 й. 27 окт. Ер т‑дағы декретҡа ярашлы, ерҙе национализациялау (ҡара: Ер сәйәсәте) тормошҡа ашырыла.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: