Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАВЛОВКА, Нуриман р-нындағы ауыл

Просмотров: 1866

ПАВЛОВКА, Нуриман р‑нындағы ауыл, Павловка а/с үҙәге; пристань. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 39 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Ҡариҙел й. буйында, Павловка һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 94 кеше; 1959 — 7825; 1989 — 3492; 2002 — 4269; 2010 — 4143 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы Павловка ГЭС‑ында, “Башҡорт Рицаһы” ЯАЙ‑нда, урман хужалығында эшләй. Урта мәктәп, мәктәп‑интернат, 2 балалар баҡсаһы, балалар шифаханаһы, ял итеү базалары, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, сиркәү бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Өфө кантонында нигеҙ һалына. Павловка һыуһаҡлағысы төҙөлгән ваҡытта үҫеш ала, 1952 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.Ғ.Вәлиева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019