Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р-нындағы ауыл

Просмотров: 712

ПОДГОРНЫЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Чапаев а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 980 кеше; 1920 — 1621; 1939 — 1649; 1959 — 1309; 1989 — 663; 2002 — 638; 2010 — 566 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, ҡарттар йорто, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1882 й. Ырымбур өйәҙендә алпауыт Ҡашҡаровтан һатып алынған ерҙәрҙә Пенза һәм Һамар губернаһы күскенселәре Подгорный утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 14 йортта 82 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. П. (Ҡашҡар) исеме м‑н иҫәпкә алына, 20‑се йй. хәҙ. статусын ала. П.А.Жувасин, Ф.М.Павлов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019