РЕФОРМАЛАР (19 б. 60—80‑се йй.)
РЕФОРМАЛАР (19 б. 60—80‑се йй.), дәүләттең соц.‑иҡт. һәм сәйәси үҫешен тиҙләтер өсөн император Александр II инициативаһы м‑н Рәсәйҙә үткәрелгән буржуаз реформалар. Улар соц. һәм тышҡы сәйәси көрсөк һөҙөмтәһендә башлана. Эҙмә‑эҙлекһеҙ һәм ҡаршылыҡлы булыуына ҡарамаҫтан, алдынғылыҡ рухында булып, илдә капиталистик мөнәсәбәттәр өсөн шарттар тыуҙыра. Башҡортостанда Р. ғәмәлгә ашырыу үҙәк губерналарға ҡарағанда бер аҙ һуңыраҡ башлана, был башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғына һәм айырым ҡатлам статусына бәйле мәсьәләләрҙең хәл ителмәүе арҡаһында килеп сыға. Крәҫтиән реформаһы крепостной__ хоҡуҡты юҡҡа сығара, крәҫтиәндәр араһында хужалыҡ итеүгә әүәҫлек уята. Башҡорттар һәм уларҙың керҙәштәре хәрби ҡатламдан граждандар ведомствоһына күсерелә, шәхси һәм милек хоҡуҡтары ала (ҡара: “Башҡорттар тураһында положение”). Земство реформаһы сиктәрендә земство учреждениелары ойошторола, земство мәктәптәре асыуға, юл‑төҙөлөш эштәре, статистик тикшеренеүҙәргә (ҡара: Земство статистикаһы) һ.б. аҡса бүленә. Суд реформаһына (1864) ярашлы судтар мировой һәм дөйөмдәргә бүлеп йөрөтөлә. Енәйәт һәм гражданлыҡ суды палаталары бөтөрөлә, бер нисә губерна йәки өлкәнән торған суд округтарында Суд палаталары ойошторола. Башҡортостандағы суд реформаһының үҙенсәлеге булып, башҡорттар өсөн улус судтарының һаҡланып ҡалыуы иҫәпләнә. Ҡала реформаһы (1870) б‑са, ҡатламлы ҡала идараһы органдары урынына ҡалаларҙа сәнәғәт һәм сауҙа үҫешенә, төҙөкләндереүгә, яңы уҡыу йорттары, китапхана, музейҙар һ.б. асыуға булышлыҡ иткән бөтә ҡатламдарҙы үҙ эсенә алған һайланма ҡала думалары һәм ҡала башҡармалары булдырыла. Хәрби реформалар (1860—70) осоронда барлыҡ ҡатламдар өсөн хәрби бурыс индерелә, башҡорттар башҡа хәрби бурыслылар кеүек, дөйөм нигеҙҙә хеҙмәт итә, йыллыҡ йән башына һалым түләүҙән азат ителә. 60‑сы йй. халыҡ мәғарифында ла Р. булып үтә. Крайҙа ҡала һәм ауыл мәктәптәре арта, махсус (һөнәрселек) уҡыу йорттары төҙөлә, 12 ҡатын- ҡыҙ, 2 миссионер мәктәбе (мариҙар һәм сыуаштар өсөн) асыла. Ләкин хөкүмәттең уҡытыуҙы тик урыҫ телендә генә алып барырға ынтылыуы арҡаһында Өфө һәм Ырымбур губ. халыҡтың белем алыуы тотҡарлана. Александр II үлтерелгәндән һуң хөкүмәт Р. төп положениеларын ҡайтанан ҡарау сәйәси курсына әйләнеп ҡайта [ҡара: Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.)].
Р.И.Ҡантимерова, Г.Э.Ямалетдинова
Тәрж. М.Х.Хужин