Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӨФӨ ЭШСЕ ҺӘМ ҺАЛДАТ ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ

Просмотров: 1449

ӨФӨ ЭШСЕ ҺӘМ ҺАЛДАТ ДЕПУТАТТАРЫ СОВЕТЫ, Д е п у т а т т а р С о в е т ы, революцион властың һайланма органы. 1917 й. 5 мартында Өфө эшселәре һәм гарнизондың хәрби частары вәкилдәре йыйылышы ҡарары б‑са ойошторола. Советҡа һалдат (82), эшсе (72), мосолман һалдаттары (38) деп., Социал‑революционерҙар партияһы һәм Рәсәй социал‑демократик эшселәр партияһы (4‑әр), Бунд һәм Халыҡ‑социалистик хеҙмәт партияһы вәкилдәре инә. Эшсе һәм хәрби секцияларҙан, даими һәм ваҡытлыса эшләгән комиссияларҙан (мәҙәни‑ағартыу, мандат, ойоштороу, белдереү, ревизия, финанс һ.б.) тора. Майҙа хәрби секцияға Өфө гарнизоны һалдаттары һәм офицерҙары Хәрби ойошмаһы советынан һәм Өфө хәрби мосолмандары советынан вәкилдәр инә. Етәксе органы – башҡарма комитет. Май—нояб. Өфө губернаһында совет власының рәсми булмаған органы булараҡ эшләй. Июндә Советҡа 350 деп. һайлана. Сентябрҙә большевиктар һәм һул эсерҙарҙың власты Советтарға биреү т‑дағы талабы яҡлы була. Ноябрь—дек. меньшевиктар, халыҡ социалистары һәм уң эсерҙар Совет составынан сыға. 4 декабрҙә Эшсе һәм һалдат деп. советының 4‑се губ. съезы м‑н Крәҫтиән деп. советының 5‑се губ. съезының берләштерелгән ултырышында Советтың 25 ағзаһы Өфө губерна башҡарма комитетына һайлана. 1918 й. 29 ғин. Советҡа бөтөрөлгән ҡала думаһы полномочиелары бирелә, ҡала коммунаһына үҙгәртелеп, Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы ҡарамағына күсә. Өфө советының башҡарма ком‑ты президиумы рәйестәре: Н.П.Брюханов (1917 й. мартынан), В.П.Гиневский (апр. алып), А.И.Свидерский (окт. алып). Баҫма органы — “Известия Уфимского Совета рабочих и солдатских депутатов” (“Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы хәбәрҙәре”; Өфө, 1917 й. март—окт.) гәзите.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019