Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1101

ФИХТЕ И.Г. ИСЕМЕНДӘГЕ ӨФӨ ЙӘМҒИӘТЕ, Т р а н с ц е н д е н т а л ь  м ә к т ә п, мәҙәни-ағартыу һәм филос. берекмә. 1992 й. БДУ‑ла асыла. Мәскәү, С.‑Петербург, Ҡазан, Ырымбур, Стәрлетамаҡ ҡҡ., ш. уҡ Германия һәм Италияның филос. берекмәләре м‑н хеҙмәттәшлек итә. И.Г.Фихте философияһын тәү сығанаҡтарҙан өйрәнеү, уның тәғлимәте т‑да белем таратыу, фән философияһын һәм методологияһын эшләү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Фихте уҡыуҙары, семинарҙар, конференциялар, ш. иҫ. халыҡ-ара (1999, 2001, 2004; бөтәһе лә — Өфө), үткәрә, йәмғиәттең рухи тормошондағы төрлө өлкәләргә арналған фәнни хеҙмәттәр нәшер итә һ.б. Президенттары: А.В.Лукьянов (1992 й. алып һәм 2008 й. башлап), М.А.Пушкарёва (2004—07).

А.В.Лукьянов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: