Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРКТАР ҺӘМ БАҠСАЛАР

Просмотров: 1440

ПАРКТАР ҺӘМ БАҠСАЛАР, махсус ултыртылған йәки тәбиғи йәшеллектәре, аллеялары, күлдәре, махсус ҡоролмалары булған, саф һауала йөрөү, ял итеү, уйындар һ.б. өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәләре. Өфөлә П.һ.б. үҫтереү ҡаланың губерна үҙәгенә әүерелеүе м‑н бәйле. 1883 й. сауҙәгәр Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар) усадьбаһы урынында ҡала баҡсаһы асыла (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге баҡса). 1867 й. Собор майҙанында Өфө губ‑ры С.П.Ушаков инициативаһы б‑са Ушаков паркы тип аталған парк (ҡара: Ленин В.И. исемендәге парк); 1900 йй. Случевский паркы (ҡара: Салауат Юлаев исемендәге баҡса) ойошторола. 1903 й. Өфө полицмейстеры Г.Г.Бухартовский инициативаһы б‑са айыҡ халыҡ паркы урынында күмәк халыҡ күңел асыу скверы барлыҡҡа килә (ҡара: Якутов И.С. исемендәге парк). 20‑се йй. индустриялаштырыу һәм Өфөлә халыҡ һаны артыу сәбәпле парк һәм баҡсалар хужалығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә башлай; мәҙәниәт һәм ял парктары асыла. 1947 й.“Еңеү” ҡала баҡсаһы (Калинин урамы, 26; 1955 й. алып мәҙәниәт һәм ял паркы, 1980 й. — Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркы) булдырыла. 1960 й. Ғафури М. исемендәге үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы; 1961 й. М.В.Калинин ис. мәҙәниәт һәм ял паркы (1989 й. тиклем эшләй) асыла, Калинин исеме м‑н икенсе парк атала (1991; Машина эшләүселәр урамы, 17; 1996 й. башлап “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркы). Өфөлә Мәҙәниәт һәм ял паркы (Дим р‑ны), Еңеү паркы, “Тулҡын” (1976; Союз урамы, 47), “Ҡашҡаҙан” (2002; Маршал Жуков урамы, 31) эшләй. П.һ.б. респ. бөтә ҡалаларында, ҡайһы бер район үҙәктәрендә һәм ауылдарында бар, шулар араһында иң ҙурҙары Ишембай, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ (ҡара: Гагарин Ю.А. исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы) ҡалаларында урынлашҡан.

М.З.Әсәҙуллина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023
Связанные статьи: