Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЦКОВ Юрий Алексеевич

Просмотров: 1174

ПАЦКОВ Юрий Алексеевич (13.4. 1934, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Раев а. — 31.5.2001, Өфө), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1979). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1964). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлаған (1958). 1961 й. алып “Башкиргражданпроект” ин‑ты архитекторы, 1966—86 йй. баш архитекторы, 1989 й. башлап техник бүлектең баш белгесе, 1994—2001 йй. консультанты, 1986 й. алып БАССР Мәҙәниәт министрлығының Махсус ғилми‑реставрация производство оҫтаханаһының ғилми‑тикшеренеү бүлеге нач., 1988—89 йй. ҡала башҡарма ком‑тының Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө б‑са баш идаралығы нач. урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1977–95 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта, 1995— 98 йй. “Уфагражданстройпроект” идаралығы архитекторы (бөтәһе лә — Өфө). Респ. торлаҡ һәм йәмәғәт би‑ налары, ш. иҫ. “Россия” ҡунаҡханаһы (1967), Актёрҙар йорто (1970) проекттарын эшләүҙә, БДОБТ‑ты (1986, 2000), Башҡорт филармонияһын (1987) һ.б. үҙгәртеп ҡороуҙа ҡатнаша. Респ. күп кенә торама пункттарҙы планлаштырыу, Өфөлә Дуҫлыҡ монументы (1965) һәм Салауат Юлаев һәйкәле (1967; ҡара: Салауат Юлаевҡа һәйкәлдәр) яндарындағы сквер, “Красноусол“ шифаханаһы (1970), Якутов И.С. исемендәге парк (1975), Шүлгәнташ ҡурсаулығы терр‑яһындағы экскурсиялар комплексы (1980 йй. башы) һ.б. проекттар авторы. Шулай уҡ уникаль графика (акварель, ҡәләм) өлкәһендә эшләй.

Х е ҙ м.: Город над Белой‑рекой //Памятники Отечества. М., 1975. Кн.2.

Әҙәб.: Ф и с е н к о А. Некоторые вопросы методики подготовки архитекторов для промышленного строительства //Архитектура СССР. 1959. №3; Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998.

А.Е.Григорьева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019