Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАЛЕХА Борис Яковлевич

Просмотров: 1151

ПАЛЕХА Борис Яковлевич (12.4.1928, Украина ССР‑ы Бежевка а. — 29.8. 1991, Мәскәү), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1974). Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Харьков художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1955) Өфөлә, 1978 й. алып Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Станок графикаһы һәм китап графикаһы вәкиле. Акварель техникаһында эшләй (“Ағиҙел өҫтөнән”, 1969), эстамптың төрлө төрҙәрен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә: төҫлө линогравюра (“Социалистик Өфө” серияһы, 1957), ҡоро энә (“Ҡош ҡараусы ҡатын”, 1962), монотипия (“Әсә”, 1966), офорттың (“Б.Ф. Домашников”, 1974) художество‑образлы мөмкинлектәрен аса. П. ижад иткән портреттарҙың образдары психологик нескәлектәргә бай (5 табаҡ “Бөрйәндән ғаилә”, 1967, монотипия); пейзаж мотивтары тасуири һәм декоратив (“Ямғыр яуасаҡ”, 1961, офорт). Ә.Һ. Бикчәнтәевтың “Илсе ҡыҙы” (1959), “Бакенщиктар иламай” (“Бакенщики не плачут”), “Бәләкәй адъютант” (икеһе лә — 1961) китаптарына иллюстрациялар авторы. Рәсем сәнғәтендә П. революция темаһына мөрәжәғәт итә: “Ҡарт большевик А.Р.Корнеев” (1955) портреты. Ҙур форматлы “Быуат башы. В.И.Ленин һәм Өфө искрасылары 1900 йылда” (1977) картинаһындағы фигураларға йыйнаҡ, дөйөмләштерелгән формалар хас, персонаждарҙың йөҙөндә эске рухи көс тойола, ритмик силуэт композицияһы дөйөм колоритты көсәйтә; был әҫәрендә һәм спортсыларға арналған картиналар серияһында (“Мотоуҙышсылар”, 1969 һ.б.) П. эшлекле, көслө рухлы, йәмғиәттәге роле ҙур булған арҙаҡлы шәхестәрҙең абруйын раҫлай. Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1951 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ коллекцияһында һаҡлана.

Л.Н.Попова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019