Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ҺӘЙКӘЛДӘР

Просмотров: 3891

САЛАУАТ ЮЛАЕВҠА ҺӘЙКӘЛДӘР, монументаль сәнғәт ҡомартҡылары (ҡара: Мәҙәни мираҫ объекттары). Башҡортостанда Салауат Юлаевҡа тәүге һәйкәл 1952 й. Т.П. Нечаева проекты б‑са эшләнә; архитекторы Н.И.Озёрная. Тәүҙә Салауат р‑ны Малаяҙ а. Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға ҡуйыла, һуңынан паркка күсерелә, хәҙ. Салауат Юлаев музейы терр‑яһында урынлашҡан. Һәйкәл постаменттан һәм бронза бюстан тора. Авторҙың шундай уҡ һәйкәлдәре 1952 й. Өфөлә Салауат Юлаев исемендәге баҡсала (1969 й. һүтеп алына, 1998 й. реставрациянан һуң “Янғантау” шифаханаһы терр‑яһына урынлаштырыла), 1967 й. Салауат ҡ. Салауат Юлаев ис. скверҙа ҡуйыла. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Өфөлә Ағиҙел й. ярында (Зәки Вәлиди һәм М.Ғафури урамдарының киҫелеше) урынлашҡан. Скульптор С.Д.Тавасиев проекты б‑са эшләнгән; архитекторы И.Ғ.Ғәйнетдинов; 1967 й. асыла. Һәйкәл гранит м‑н йөҙләнгән постаменттан (10 м) һәм Ленинград “Монументскульптура” з‑дында суйындан ҡойолған ат м‑н һыбайлы статуяһынан (9,6 м) тора. Һәйкәл композицияһын ул урынлашҡан уба һыҙаттары тәбиғи тулыландыра; улар постаменттың силуэтында стилле рәүештә ҡабатланып тора. Салауат Юлаев образында ҡаһарманлыҡ, рухи ҡеүәт, ихтыяр көсө һәм батырҙың еңеүгә ынтылышы сағыла. Ат статуяһы динамика м‑н бирелгән: өҙәңгегә баҫҡан Салауат ҡамсы тотҡан ҡулын күтәреп, атын ҡырҡа туҡтатҡан һәм толпары артҡы аяҡтарына сүккән; Салауат Юлаевтың ғәйрәтле профиле, баҙыҡ кәүҙәһе, аттың мускулдары сикһеҙ аныҡлыҡ м‑н тасуирланған. Уның һүрәте дәүләт гербында күрһәтелгән. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Салауат ҡ. ингән ерҙә урынлашҡан. Скульптор А.В.Семченко проекты б‑са эшләнгән, архитекторы Ю.М.Бриллиантов; 1988 й. ҡуйыла. Һәйкәл композицияһы стилләштерелгән ҡош һүрәте һәм атта елеп барған Салауат Юлаев скульптураһы (3 м) м‑н ослап ҡуйылған тимер‑бетон пилондан (12 м) тора. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Палдиски ҡ. (Эстония) урынлашҡан. Нечаева проекты б‑са эшләнә; архитекторы Андрис Мянд; 1989 й. асыла. Һәйкәл композицияһы ҡыҙыл гранит постаменттан (1,58 м) һәм сүкелгән баҡыр бюстан (1,3 м) тора. 1994 й. бюсты урлайҙар; 1997 й. шул уҡ 1989 й. эшләнеп, автор тарафынан бер аҙ үҙгәртелгән бюст ҡуйыла. Салауат Юлаевҡа һәйкәл. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһы алдында (Зәки Вәлиди урамы, 40) ҡуйылған. Х.М.Хәбибрахманов проекты б‑са эшләнә; 2000 й. асыла. Һәйкәл композицияһы тәбиғи ташты (1 м) һәм сүкелгән баҡыр фигураны (2,9 м) үҙ эсенә ала. Салауат Юлаевтың тыныс, ышаныс м‑н һуғарылған һынында автор уның ихтыяр көсөн күрһәтә; уйға сумған йөҙө образға романтик яңғыраш өҫтәй, кейеменең деталдәрендәге биҙәктәр быны тағы ла көсәйтә.

Әҙәб.: С о р о к и н а В.М. Сосланбек Тавасиев. Жизнь и творчество. Уфа, 2007.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.04.2021
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: