Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАНТЕЛЕЕВ Александр Васильевич

Просмотров: 922

ПАНТЕЛЕЕВ Александр Васильевич (7.4.1932, Великие Луки ҡ. — 31.7.1990, Вологда ҡ.), сценограф, рәссам. РСФСР‑ҙың (1974) һәм БАССР‑ҙың (1966) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1956). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1953; педагогтары Р.У.Ишбулатов, А.Э.Тюлькин) 1‑се урта мәктәптә уҡыта, 1954 й. алып Башҡ‑н художество фонды (икеһе лә — Өфө), 1976—90 йй. (өҙөклөктәр м‑н) художество‑производство оҫтаханалары (Вологда) рәссамы. 1978— 83 йй., 1987—88 йй. РСФСР Рәссамдар союзының Вологда ойошмаһы идараһы рәйесе.

Һынлы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә һәм жанрҙарында эшләгән. Урыҫ драма театрында [Л.Н.Рахмановтың “Тынғыһыҙ ҡартлыҡ” (“Беспокойная старость”), 1959], Опера һәм балет театрында [Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”), 1970] һ.б. спектаклдәр биҙәгән. Рәсемдәренә романтик фантазия, поэтикалыҡ, композицияларҙы кулисалы итеп хәл итеү хас. Төҫтон төҙөлөшө б‑са ҡатмарлы булған лирик (“Зәңгәр ҡарҙар”, 1956; “Ҡыш”, 1958) һәм эпик (“Тауҙар‑ҡырлалар”, 1957; “Март”, 1969) пейзаждарында тәбиғәт торошон нескә тойоуын күрһәтә. Хәҙ. заман тормошоноң көсөргәнешле ритмын кәүҙәләндереп, ул киңлек һәм форма хәл ителешендә конструктивлыҡҡа күсә: индустриаль пейзаждары серияһынан “Баҡыр руднигы” һ.б. (1959 й. алып), “Байрам натюрморты” (1972). “Кактус” (1967), “Төнгө балыҡтар” (1970) натюрморттарында драматик төҫ күҙәтелә. Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй. 1953 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1973, 1983, 1989), Өфө, Свердловск, Төмән, Бийск, Кемерово (1974), Ленинград (1975), Вологда (1976, 1982) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Третьяков галереяһы, А.А.Бахрушин ис. Театр музейы (икеһе лә — Мәскәү), Рус музейы (С.‑Петербург), Карелия Респ. һынлы сәнғәт музейы (Петрозаводск) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Вологда өлкә картиналар галереяһы эргәһендә П. мемориаль музей‑оҫтаханаһы ойошторолған (1993), уның эштәренең даими экспозицияһы булдырылған.

Әҙәб.: П о р т о И.Б. Александр Василье‑ вич Пантелеев. Л., 1989; Б а л а ш о в а И.Б. Главы творчества Александра Пантелеева. Вологда, 2001.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019