Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРОДИЯ

Просмотров: 963

ПАРОДИЯ ә ҙ ә б и ә т т ә, әҫәрҙән йәки авторҙан көлөү маҡсаты м‑н уны юмористик йәки сатирик юҫыҡта әйләндереү. П. танылырға тейеш. Художестволы ижадтың етешһеҙлектәренән көлөп, П. үҙ өҫтөнә әҙәби тәнҡит бурыстарын ала. П. үҫеше, ғәҙәттә, күсеү осорона тура килә, был ваҡытта әҙәби йүнәлештәр, төркөмдәр көрәше бара, эстетик зауыҡ үҙгәрә. Башҡорт әҙәбиәтендә 20 б. башында барлыҡҡа килә, был осорҙа мәғрифәтселек реализмы һәм романтизмы м‑н бер рәттән тәнҡитле реализм да ярала башлай. Я.Ғ.Йомаевтың «Дәрдмәндтең “Карап” шиғырына ғилаүә» (1912) П. шағир Дәрдмәндтең ижады тәнҡитләнә, шул уҡ авторҙың “Яңылыш яҙылған” П. — “Дин вә мәғишәт” (“Дин һәм тормош”) ж. билдәһеҙ автор Дәрдмәнд ижадын маҡтап яҙған мәҙхиәгә яуап. С.Ҡудаш “Ахыры заман” (1917) шиғырында “Бәдәүәм” (14—15 бб.) дини китабын пародиялай, кешеләрҙе ахыры заман түгел, ә емереклектәр һәм хәйерселек килтергән һуғыш ҡурҡыта, тип раҫлай; әҫәрҙә дини шиғриәттең ҡатмарлы стиле һаҡланған. Ш.Бабич П. романтик шағирҙар шиғриәтендәге түбән мистик мотивтарға ҡаршы йүнәлтелгән, мәҫ., С.Сөнчәләйгә — “Хәҙрәте Сөнчәләй рухына” (1912) П.; «“Әсмә” китабындағы шиғырҙарҙы тәхмис» (1916) П. Дәрдмәндтең “Үткән көндәр” (1903) шиғырына яҙылған. М.Ғафури бер нисә П. яҙған: шағирҙарҙың романтик хыялдарын нескә ирониялаған “Сағыштырыу” (1912); Аллаяр суфыйҙың “Ҫабат әл‑ғажизин” (“Көсһөҙҙәр ныҡлығы”) дини әҫәренә яҙылған “Замана шиғырҙары” пародиялары һ.б. Үҫешкән профессиональ әҙәбиәт күренеше булараҡ 30‑сы йй. таралыу ала (И.Насыри, Ғ.Сәләм, Б.Ишемғол һ.б.). С.Кулибай “Туңтимер ижады” (1939) П. әҙәбиәттәге ерлекһеҙ ижадтан, буш тәнҡиттән һәм ике йөҙлөктән көлә. 20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башында пародия Т.Арыҫлан, Ф.М.Ғүмәров, С.Ғ.Иманғолов, М.Н. Кәримов, М.Сәлим һ.б. ижадында бирелгән. С.Рәхмәтулла П. икенселлек, логик һәм техник көсһөҙлөк, тура плагиат өҫтөнлөк иткән йыр текстары авторҙары тәнҡитләнә.

Әҙәб.: Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. Өфө, 2006; К у н а ф и н Г.С. И песней, и сатирой: Развитие жанровой системы башкирской литературной песенной и сатирической поэзии XIX — начала XX века. Уфа, 1999.

Р.Ҡ.Әмиров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: