Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАРСА

Просмотров: 1369

ПАРСА (фарсы — өҙөк, өлөш), миниатюра, ҙур булмаған художестволы деталгә нигеҙләнеп төҙөлгән һәм композицион, тематик бөтөнлөк м‑н характерланған, күләме б‑са ҙур булмаған шиғри йәки прозаик әҫәр. П., ғәҙәттә, фәлс. һәм өгөт-нәсихәт бирелә; афористик фекерҙе үҙ эсенә ала. 19—20 бб. башы башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙың үҫеше Аҡмулла (“Ут”, “Ер”, “Һыу” һ.б.), Ш.Бабич (“Хәлебеҙҙән бер күренеш” һ.б.), М.Ғафури (“Ниңә кәрәк ине?” һ.б.) ижадтарына бәйле. 20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башында Ҡ.Аралбай, Р.Т.Бикбаев, М.Ғәли, Ҡ.Даян, С.Ҡудаш, Р.С.Назаров, Н.Нәжми, З.Ғ.Ураҡсин, Ғ.Б.Хөсәйенов, С.Әлибай, М.Ямалетдин һ.б. П. мөрәжәғәт иткән.

Әҙәб.: Әбелғужина Ф.Р. Башҡорт әҙәбиәтендә парса жанры: формалашыу һәм үҫеү юлдары. Өфө, 2004.

Ф.Р.Салауатова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: