Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПАВЛОВ Сергей Витальевич

Просмотров: 2465

ПАВЛОВ Сергей Витальевич (21.3.1961, Өфө ҡ. — 4.7.2021, шунда уҡ), педагог. Педагогия фәндәре докторы (2005), профессор (2009). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (1998) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2003), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2012). Дзюдо буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1982). Силәбе физик культура институтын тамамлаған (1987). 1981 й. алып “Юлдаш” физик культура йортоноң спорт буйынса инструкторы һәм самбо буйынса тренер-уҡытыусыһы, 1986 й. — “Буревестник” ДСО‑ның ҡара‑ҡаршы көрәш буйынса ДЮСШ директоры, 1987 й. башлап БДУ‑ла уҡыта, 2000 й. — Башҡ. физик культура институтының уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, 2015 й. алып беренсе директор урынбаҫары (бөтәһе лә — Өфө ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре көрәшселәрҙең спорт эшмәкәрлеге системаһында идара итеүгә (тхэквондо миҫалында) арналған. 3 уйлап табыу авторы. БР Тхэквондо союзы президенты (1990 й. алып).

Х е ҙ м.: Контроль в спортивной деятельности тхэквондистов. Уфа, 2003; Спортивное тхэквондо. Уфа, 2009.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.05.2026