Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠ-БОТАНИКА БЮРОҺЫ

Просмотров: 1217

ТУПРАҠБОТАНИКА БЮРОҺЫ, 1931 й. Өфөлә БАХИ эргәһендә ойошторола, 1933—35 йй. Тупраҡ‑ботаника ин‑ты, 1935 й. алып Башҡ‑н игенселек һәм малсылыҡ ҒТИ, 40‑сы йй. башынан Башҡ‑н баҫыусылыҡ ғилми‑тикшеренеү тәж. станцияһы составына инә. БАССР‑ҙың игенселек ХК ҡарамағында була. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: респ. а.х. ерҙәренең тупрағын һәм үҫемлектәр донъяһын өйрәнеү, адм. райондарҙың йыйылма, айырым совхозһәм колхоздарҙың агропроизводство характеристикалары м‑н тупраҡ һәм геоботаника карталарын төҙөү, тупраҡ эрозияһы м‑н көрәш ысулдарын эшләү һ.б. Республиканың 34 районында 4 млн гектарҙан ашыу майҙанда тупраҡҡа агрохимик тикшеренеүҙәр (ҡара: Агрохимия) үткәрелә һәм йылға үҙәндәрендәге үҫемлек япмаһының төп типтары асыҡлана, ш. иҫ. Маҡар районының көнбайыш өлөшөндәге тупраҡтар (П.П.Жукова, Н.В.Самсель, Н.Л.Соколов), ҡыҙыл клеверҙың һеркәләнеү шарттары (А.А.Андреева һ.б.) өйрәнелә, Архангел һәм Дәүләкән р‑ндарындағы үҫемлектәр донъяһының очерктары (М.В.Золотовский, А.Э.Линд), 1:600000 масштабында респ. тупраҡ картаһы (Д.В.Богомолов, М.М.Туровцев) төҙөлә, ш. уҡ 20 мең дана гербарий йыйыла, шуларҙың яҡынса 16,6 меңе системалаштырыла (1933—35), тәбиғи мал аҙығы ерҙәре картаһы төҙөлә һәм болон, көтөүлектәрҙең тәбиғи‑хужалыҡ күрһәткестәре (1935) картаһы, 1:500000 масштабында күҙәтеүҙәр картаһы (1936) төҙөлә, республика а.х. ойошмалары һ.б. заданиеһы б‑са ауыл хужалығы ерҙәре тикшерелә. В.Н.Ивановтың “Тау‑урман зонаһының (Белорет, Бөрйән һәм Йылайыр райондары) тупраҡ шарттары һәм МТС ойоштороу” [“Почвенные условия горно‑лесной зоны (Белорецкий, Бурзянский и Зилаирский районы) и организация МТС”; 1937], С.Ф.Курнаевтың “Башҡорт АССР‑ының үҫемлектәр донъяһы картаһы” (“Карта растительности Башкирской АССР”; 1941) һ.б. фәнни хеҙмәттәре нәшер ителә. Етәксеһе — А.М. Порубиновский.

Е.Н.Алдашова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019