Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ГУМАНИТАР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1032

САЛАУАТ ГУМАНИТАР ИНСТИТУТЫ, дәүләт ҡарамағында булмаған юғары уҡыу йорто. 1998 й. асыла. Институт составына 4 ф‑т (мәғлүмәт технологиялары, менеджмент, хоҡуҡ, иҡтисад) инә. Интернет‑үҙә‑ге, китапханаһы бар. Уҡытыу көндөҙгө‑ситтән тороп уҡыу бүлегендә, Мәскәү иҡт., статистика һәм информатика ин‑тындағы дистанцион технологияларҙы файҙаланып, бухгалтерия иҫәбе, анализ һәм аудит; менеджмент; ғәмәли информатика (иҡтисадта); ғәмәли информатика (хоҡуҡта) һөнәрҙәре б‑са алып барыла. Банк эше, менеджмент, хоҡуҡ белеме, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа м‑н тәьмин итеү һөнәрҙәре б‑са өлкән класс уҡыусылары өсөн вузға тиклемге әҙерлек бүлеге (дистанциялы уҡыу формаһы) эшләй. Уҡытыусылар араһында 3 фән д‑ры һәм 14 фән канд. (2008) бар. 1 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән. Ректоры — Н.А.Дашкина (1998 й. алып).

Н.А.Дашкина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: