САФИН Вадим Фәтхи улы
САФИН Вадим Фәтхи улы (11.4.1933, БАССР‑ҙың Ейәнсура районы 2‑се Назар а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Яңы Себенле а., — 7.9.2021, Өфө ҡ.), психолог, педагог. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), БАССР‑ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2008). Ырымбур педагогия институтын тамамлағандан һуң (1958) Ырымбур өлкәһе Октябрь урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1959 й. алып БАССР‑ҙың Ейәнсура район халыҡ мәғарифы бүлегенең өлкән инспекторы, 1962 й. башлап СДПИ‑ла уҡыта. 1969—2014 йй. БДПУ‑ла эшләй (1977—82 йй. психология кафедраһы мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре психологияға, этнопсихологияға, психодиагностикаға һәм психологик коррекцияға арналған. С. тарафынан Педагогия университетында психология кафедраһы (1977) һәм Психологтарҙың юғары ғәмәли курсы (1989), Өфө ҡ. заводтарында психологик бушаныу кабинеттары асыла. С. етәкселегендә башҡ. гимназияларында һәм лицейҙарында гуманитар предметтарҙы уҡытыу концепцияһы һәм программалары эшләнгән, улар ЮНЕСКО‑ла ҡабул ителгән (1995).
Х е ҙ м.: Самоопределение личности: теоретические и эмпирические аспекты исследования. Уфа, 2004; Психические отклонения в развитии детей и методы их психокоррекции. 4‑е изд. Уфа, 2006; Психология самоопределения и самооценки личности. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Р.М.Фәтихова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина